🏆 Ғәфүр Рахманғолов - донъя чемпионатының көмөш призеры! 🥈 🇰🇷 Көньяҡ Кореяла уҡ атыу буйынса донъя чемпионаты үтте. Ярышта донъяның төрлө илдәренән йыйылған 700-гә яҡын уҡсы һәм 84 команда ҡатнашты. 🏹 Баймаҡ районы егете Ғәфүр Рахманғолов чемпионатта уңышлы сығыш яһап, көмөш миҙал яуланы! 🎯 90 метр алыҫлыҡтан уҡ атыуҙа юғары оҫталыҡ күрһәтеп, көслө халыҡ-ара бәйгелә призлы урынға лайыҡ булды. 🌏 Бындай ҙур конкуренция шарттарында көмөш миҙал яулау - айырыуса ҙур ҡаҙаныш! Ғәфүрҙе еңеүе менән ҡотлайбыҙ, артабан да яңы үрҙәр һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ! 📌 Дуҫлыҡ
- 15
- 6