✨ Башҡорт зыялылары Ҡыуатовтар ғаиләһе. Уңда Әбделғәлим Ҡыуатов ултыра - мәғрифәте, күренекле мәғариф эшмәкәре. Ундан ашыу башҡорт мәктәбен аса. Улдары Ғүмәр һәм Усман - Ҡаҙан университетының медицина факультеты студенттары. Ғүмәр Ҡыуатов (уртала ултыра) Башҡортостандың тәүге һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. Республика клиник дауаханаһы уның исемен йөрөтә. Ҡустыһы Усман (һулда тора) Башҡортостан Республикаһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан хәкүмәте ағзаһы, республиканың ер эштәре комиссары булып эшләне. 📌 Дуҫлыҡ
- 10